Стәрлетамаҡта «Еңеү поезы» туҡтаны

Стәрлетамаҡта «Еңеү поезы» туҡтаны. 10 вагондан торған составта Бөйөк Ватан һуғышына арналған күргәҙмә эшләй. Уны ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары бушлай барып күрә ала. Һәр вагонда һуғыштың төрлө мәлдәрен сағылдырған экспозиция эшләнгән. Тәгәрмәстәр өҫтөндәге музейҙа 150 экспонат ҡуйылған. Бынан тыш һанлы һәм интерактив панорамалар, онлайн күргәҙмәләр эшләй. «Еңеү поезына» инеү өсөн проекттың рәсми сайтында теркәлеү мөһим. Бушлай билет электрон почтаға ебәрелә.

«Еңеү поезының» Стәрлетамаҡҡа һуңғы килеүендә эләгә алмағайныҡ. Ике йыл буйы беҙгә йүнәлгәнен күҙәтеп барҙым. Балаларым менән тәүгеләрҙән булып теркәлә һалдым. Тәьҫораттар аңлата алмаҫлыҡ. Беренсенән, ойоштороусылар иҫ киткес эш башҡарған, икенсенән һуғыштың ни тиклем ҡурҡыныс булыуын аңлайһың. Ҡайһылыр мәлдә күңелгә ауыр ҙа булып китә. Кисерештәр оҙаҡ һаҡланасаҡ.

Нәзирә Халамейда
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ