Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында «Рәхәттә» IV халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестивале башланды. Ул ике көнгә иҫәпләнгән. Ойоштороусылар билдәләүенсә, сарала 25 меңгә яҡын кеше ҡатнашасаҡ. Мунсалар төрлөлөгөн һәм сабындырыу ысулдарын, спорт турнирҙарын, фитнес-марафондарҙы, эшлекле осрашыуҙарҙы,оҫталыҡ дәрестәрен, гастрономия фестивален берләштергән ҙур байрам хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Мунса инергә, сабынырға яратҡан кешеләр иртә менән Ҡашҡаҙан паркына ағылды. Майҙанда халыҡҡа өс тиҫтәнән ашыу мунса тәрҙәре тәҡдим ителде. Ошонда уҡ ташлама менән һатыуға мунсалар, мейес һәм башҡа ҡорамалдар тәҡдим ителде.
Башҡортостанда иң яҡшы ҡайын миңлектәрен Бөрө районынан эшҡыуар Гөлназ Сәйниева бәйләй. Еңел пар яратыусылар унан экологик таҙа төбәктә үҫкән үлән һәм хуш еҫле бал һатып алды.
Әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә йәлеп иткән кейеҙ мунсаның хужаһы Фәрхәджә. Ул ун ике йыл элек боронғо башҡорттар ҡулланған кейеҙ мунсала сабыныу ысулын тергеҙгән. Ольга Бурмистрова ла ҡайнар пар ярата. Өфөгә талсыҡҡан тәнен яҙҙырырға хатта төньяҡ баш ҡаланан уҡ килгән.
Әүҙем спорт төрҙәрен үҙ итеүселәр, сәләмәт тормош яҡлылар байрам сараларының түрендә булды. «Хәрәкәттә-бәрәкәт» тигән әйтемгә тоғро ханымдар рәхәтләнеп бейене. Әйткәндәй, Лилиә Ҡунаҡҡолова ла бейеү ярҙамында дүрт тиҫтәнән ашыу ауырлыҡ ташлаған.
Башҡортостанда эске туризм киң ҡолас менән үҫешә. Медицина туризмы ла алдынғы урындарҙың береһен биләй Был төбәктә иҡтисади бәйләнештәрҙе һәм тауар әйләнешен, һөнәрселек һәм сувенир продукцияһын етештереү күләмен арттыра.
Фестиваль майҙанында туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ өлкәһендә оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар һәм форумдар ҙа ойошторолдо.
«Ҡашҡаҙан» ял паркының мунса ҡаласығында иң яҡшы сабыусыларҙың Рәсәй чемпионаты ла уҙғарылды. Финалға сыҡҡан алты оҫтала сабынған еңел пар яратыусылар ысын мәғәнәһендә, тағы ла бер йылға етерлек ыңғай тәьҫораттар алып ҡыуанды.
Туризм һәм сәләмәтлек берүбереһенән айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Юҡҡа ғына «Рәхәттә» фестивале халыҡ-ара статусын яуламаған. Фестивалдә ҡатнашыусыларға ҡунаҡсыллыҡтың иң яҡшы ысулы мунса сабындырыу тәҡдим ителде. Бөгөнгө сарала халыҡ тәндәренә сихәт, йәндәренә рәхәт алды.
Гүзәл Борханова



