Ял көнө туры менән Бөрө ҡалаһына. Өфөнән бер төркөм оло йәштәгеләр «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһында ҡатнашып «Тарих тулҡындарында;Бөрө һәм уның сауҙагәрҙәре» туры менән танышты.
Оло йәштәгеләрҙе баҡса менән генә бәйләйҙәр. Әммә был төптө дөрөҫ түгел, ти Елена менән Гүзәл. Ханымдар алтмышты уҙһа ла әүҙем тормош алып бара. Хаҡлы ялда булһалар ҙа тик ултырмай, сәйәхәт итергә ярата. Елена Европа илдәрен йөрөп сыҡһа, Гүзәл Төркиә, Мысыр һәм Тайландҡа сәйәхәт ҡылған. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанды яҡшылап белмәйҙәр. «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы был хатаны төҙәтеү өсөн яҡшы мөмкинлек , ти улар. Бөрөлө сәйәхәтселәр музейҙарҙы, һәйкәлдәрҙе, тарихи биналар, сауҙагәрҙәр йорттары, ҡорамдарҙы барып күрҙе. Бер көнлөк турҙа арып та өлгөрмәйһең, шуныһы яҡшы, ти хаҡлы ялдағылар.



