Өфөлә армрестлинг буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙҙы

Өфөлә армрестлинг буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙҙы. Башҡортостандың баш ҡалаһына республика, Һарытау, Силәбе өлкәһенән йөҙҙән ашыу спортсы йыйылды. Ярыштарҙа махсус хәрби операция ветерандары ла ҡатнашты. Тәүҙә ойоштороусылар яугирҙар өсөн айырым турнир ойоштрорға уйлаған. Ләкин ветерандар башҡалар менән бер рәттән ҡул көрәштереү теләген белдергән.

Көслө кешеләр проекты махсус хәрби операция ветерандарын реабилитациялауға йүнәлтелгән. Былтыр ноябрҙән алып беҙҙең проектта 200-ҙән ашыу яугир ҡатнашты, сәләмәтлеген яҡшыртты. Спорт уларҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу сараһы.

Булат Зарипов, «Көслө кешеләр» проекты етәксеһе

Спортсылар 5 ауырлыҡ катгорияһында көс һынашты. Улар араһында армрестлингҡа яңы килеүселәр, профессионалдар ҙа бар. Ҡатнашыусыларҙы сәләмләргә Өфөгә 8 тапҡыр донъя чемпионы Виталий Лалетин да килгән.

Барыһы ла спорт ярата, ләкин армрестлинг башлыса ирҙәр спорты. Ҡул көрәшендә ысын көс күрһәтелә. Мин был байрамға Красноярсктан уҡ килеп еттем.

Виталий Лалетин, Армрестлинг буйынса һигеҙ тапҡыр Донъя Чемпионы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ