“Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары бөтә төр дәүләт ярҙамын алырға тейеш, - тине вице премьер – Спорт министры Руслан Хәбибов. Ул бөгөн хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сығыш яһаны. Фронттан ҡайтҡан яугирҙарҙы эшкә урынлаштырыу мөһим, тине Руслан Хәбибов. Бөгөн мәшғүллек үҙәктәренә 565 кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 278-е хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән. 200-гә яҡын ветеранға мәғариф сертификаты тапшырылған. Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә алырға әҙер булған ойошма һәм предприятиелар реестры киңәйә. Бөгөн унда 200-ҙән ашыу компания иҫәпләнә, тине Руслан Хәбибов.




