Радий Хәбиров баҡсасылар өсөн бушлай сауҙа майҙансыҡтарын насар кимәлдә ойошторған етәкселәрҙе тәнҡит утына тотто. Хөкүмәттең бөгөнгө ултырышында Башҡортостан башлығы шулай уҡ ҡайһы бер объекттарҙы сит эшҡыуарҙар биләүенә асыуын белдерҙе. «Баҡсасылар үҙ участкаларында продукция үҫтереү менән шөғөлләнә алһын, бушлай сауҙа урындарын асыуҙы беҙ баҡсасыларҙы иҡтисади яҡтан дәртләндереү өсөн эшләйбеҙ», тине республика етәксеһе.



