Ҡыйғы районында автобус менән юл фажиғәһендә 26 пассажир зыян күргән

Автобус менән юл фажиғәһендә зыян күреүселәр һаны 26-ға еткән, ике кеше ауыр хәлдә, ҡалғандары уртаса ауырлыҡта. Пассажирҙар ташыусы транспорт кисә Ҡыйғы районында аварияға тарый. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, 15 кеше Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына оҙатылған, уларҙың һигеҙе дауаханаға һалынған. Ауыр хәлдәгеләрҙе Өфөгә эвакуациялау мәсьәләһе хәл ителә.

Тағы ла ете кешегә белгестәр амбулатор дауалау тәҡдим иткән. Бынан тыш, 11 пассажирҙы ашығыс ярҙам Ҡыйғы үҙәк дауаханаһына килтергән. Тикшереүҙәрҙән һуң улар өй шарттарында дауаланыу өсөн ҡайтарылған. Улар өсөн Үрге Ҡыйғы ауылында ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ойошторолған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, юл-транспорт ваҡиғаһы Малаяҙ-Үрге Ҡыйғы трассаһында теркәлде. Ижевскиҙан килгән автобус водителе билдәһеҙ сәбәп менән юлдан төшөп киткән. 43 кеше ултырған транспорт сараһы ҡабырғаһына ауған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуғатылған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ