Батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм Ватанға тоғролоҡ байрамы. Июлдең һуңғы йәкшәмбеһендә хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнде. Был байрам Рәсәйҙең диңгеҙ сиктәрен һаҡлаусыларға, диңгеҙ флоты караптарының һәм частарының хәрби әҙерлеген тәьмин итеүселәргә хөрмәт һәи ихтирам билдәһе. Кисәге диңгеҙселәрҙең күбеһе әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлай, ә ветерандар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итә. Диңгеҙселәр тантаналы шарттарҙа штурмлау төркөмдәре өсөн хәрби катер ҙа тапшырҙы. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Был катер универсаль. Уның ярҙамында яраланған яугирҙарҙы ҡотҡарырға, аҙыҡ-түлек, дарыу кәрәк - яраҡтары һәм ҡорал ташырға мөмкин.Хәрби машина тулыһынса Башҡортостанда йыйылған. Конструкторҙары-хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары, республиканың диңгеҙ йыйылышы ағзалары.Әйткәндәй, Башҡортостан дингеҙселәре алғы һыҙыҡтағыларға еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ярҙамды 2014 йылда уҡ башлаған.
Алик Тушебаев хәрби-диңгеҙ флотында 90-сы йылдар башында хеҙмәт итә. Запастағы икенсе дәрәжә старшинаһы был катерҙы үҙ ҡулдары менән йыйған. Катер техник һынауҙарҙы ла уңышлы үткән. Һыу транспорты сараһы булараҡ ул алғы һыҙыҡтағыларға ҙур ярҙам буласаҡ. Катерҙы йыйыуҙа ярҙамы өсөн Алик Тушебаевҡа рәхмәт хаты тапшырылды.
Башҡортостандан хәрби-диңгеҙ флотында 43 меңдән ашыу кеше хеҙмәт иткән. Республика-37 адмирал, Рәсәй Геройы - Өфөлө Константин Сурков менән хаҡлы ғорурлана. Вице - адмирал-хәрби-диңгеҙ флоты баш комитетының ҡоралланыу буйынса ғәмәлдәге урынбаҫары, Игор Мөхәмәтшин да сығышы менән Нефтекаманан. Хәрбиҙәрҙең барыһын да диңгеҙгә һөйөү һәм үҙ иленең мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү теләге берләштерә.
Республикала хәрби-диңгеҙ флотын һаҡлаусылар сафын тулыландырыу өлкәһендә лә мөһим эштәр башҡарыла. Контр-адмирал Михаил Бакаев исемендәге Өфө балалар диңгеҙ үҙәгендә лайыҡлы алмаш тәрбиәләнә.
Өс быуаттан ашыу хәрби-диңгеҙ флоты Ватаныбыҙҙың икһеҙ-сикһеҙ һыу ҡапҡалары һағында тора. Башҡортостан бай диңгеҙ традицияларын һаҡлаусы төбәк. Республика ҡарамағында бер нисә һыу аҫты хәрби судноһы бар. «Өфө»исемен алған сик буйы хәрби карабы һәм шул уҡ исемле һыу аҫты кәмәһе улар иҫәбендә. Ә июлдең һуңғы йәкшәмбеһе иһә дингеҙ йәнлеләр өсөн аралашыу, хәтәрҙе барлау ғына түгел, махсус хәрби операцияла Рәсәй ғәскәрҙәренең еңеүе өсөн теләктәшлек көнө лә.
Гүзәл Борханова



