Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң Башҡортостан яугирҙары Донбассҡа хәрби бурысын үтәргә юллана

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң Башҡортостан яугирҙары Донбассҡа хәрби бурысын үтәргә юллана. Яугирҙарҙы оҙатыу тантаналы шарттарҙа «Өфө» арена боҙ һарайы фойеһында уҙҙы. Башҡортостан Башлығы исеменән яугирҙарҙы республика хәрби комиссариатының бүлек етәксеһе Альберт Ғилманов тәбрикләне.

Яҡташтарыбыҙға Ватанды һаҡлауҙа ныҡышмалылыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәт һуҙҙәрен еткерҙе, нацистарҙы тар-мар итеп Еңеү менән тыуған ергә имен-һау ҡайтыуҙарын теләне. Яугирҙар ике аҙналыҡ ялды ғаиләләре, ата-әсәләре һәм туғандары менән бергә уҙғарған, йорт эштәрендә ярҙам иткән, ял итеп тә өлгөргән. Тыуған ерҙән көс алып хәрби юлға сығыусылар яуҙаштарына исемле посылкалар һәм алғы һыҙыҡта кәрәкле ҡормалдар ҙа алған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ