Шишмә районында хаҡлы ялдағылар араһында спартакиаданың муниципаль этабы үтте

Көмөш йәш спорт менән шөғөлләнергә ҡамасауламай. Шишмә районында хаҡлы ялдағылар араһында спартакиаданың муниципаль этабы үтте.

Ярышта 20-нән ашыу кеше ҡатнашты. Улар физик әҙерлектәрен ГТО нормативтарын тапшырыуҙа күрһәтте. Бынан тыш, спартакиада программаһына дартс, өҫтәл теннисы, йөҙөү һәм шахмат инде. Пенсионерҙың күбеһе яҡшы физик әҙерлеге менән айырып торҙо һәм алтын билдә алыу хоҡуғына эйә булды. Тап улар спорт комплексына бушлай йөрөү өсөн сертификат аласаҡ. Быйыл районда 100 кеше ошо мөмкинлек менән файҙаланған. Күптәре бассейнға йөрөүҙе һайлаған. Әйткәндәй, Башҡортостанда Радий Хәбиров тәҡдиме менән 60 йәштән өлкәндәргә физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәрен алыу өсөн 10 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырыла. Был ярҙам сараһы өлкән быуын араһында әүҙем йәшәү рәүешен дәртләндереүгә һәм спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ