Башҡортостанда федераль пилот проектына ярашлы сәнәғәт кластерҙары үҫтерелә. Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы реестрына республиканың 25 кластеры ҡарай, унда ингән ойошмалар льготалы займ һәм кредит, сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар кеүек төрлө ярҙам алыуға хоҡуҡлы. Былтыр был мөмкинлек менән республиканың ике компанияһы файҙаланған. Федераль бюджеттан йәлеп ителгән дөйөм сумма 39 миллион һум. Компанияларҙың береһе менән БЮТ ижади төркөм танышты. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Был станок эште 10 тапҡырға тиҙләтә. Уның ярҙамында газ турбиналы двигателдәре өсөн деталь әҙерләнә. Берәүһен эшләү өсөн 10 минуттан алып ярты сәғәткә тиклем ваҡыт талап ителә. Өфө ойошмаһы бындай станоктарҙы 14 йыл элек етештерә башлай. Әммә был моделде хеҙмәткәрҙәр эволюцияның иң юғары нөктәһе, тип йөрөтә. Механик һәм технологик яҡтан да яйға һалынған станок менән бер нисә ай элек файҙаланыуға тапшырыла
«ЕСМ» ойошмаһы юғары технологиялы станоктар етештереүсе предприятие. Компания һанлы программа менән идара итеүсе станоктар йыя. Был авиация, машина төҙөү, приборҙар эшләү өлкәһен автоматлаштырыуға, эш һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ итә. Газ турбиналы двигателдәре өсөн деталь эшләүсе электрохимик станоктарҙан тыш, өсөшәр төрлө токарь-фрезер һәм шымартыу ҡоролмалары, шулай уҡ төрлө агрегаттар етештерелә. Барлыҡ процесс лаборатория күҙәтеүе аҫтында үтә.
Компания Башҡортостан Сәнәғәтте үҫтереү фондының сәнәғәт кластерҙарын булдырыу һәм идара итеү буйынса федераль проектта ҡатнаша. Был иҡтисадтың төп тармаҡтарына ярҙам итеүгә һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итә. Федераль проекттан тыш, башҡа төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Мәҫәлән, ойошма республиканан 1- 5 процент ставкаһы менән йәмғеһе 100 миллион һумлыҡ займ юллаған.
Ойошманың генераль директоры әйтеүенсә, металдан алып әҙер станоктарға тиклем барыһы ла Урал территорияһында сығарыла, әммә Рәсәй продукцияһы тип иҫәпләнмәй. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн төбәк властары менән эш алып барыла. Рәсәй продукцияһы статусын алыу яңы офоҡтар асасаҡ, йәғни станоктарҙы дәүләт корпорацияларына һатырға мөмкинлек бирәсәк.
Әлфинә Килдейәрова



