Бөрйән районының Шүлгәнташ ҡурсаулығында заманса музей комплексы асылыуға өс йыл тулыуға һәм Юнеско-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә инеүгә арналған ҙур концерт үтте.
Музей амфитеатры сәхнәһендә Башҡортостандың һәм райондың билдәле сәхнә йондоҙҙары сығыш яһаны. Тамашасылар «Дәрүиш», «Бүреләр», «Етегән» төркөмдәренең, Рәсүл Ҡарабулатовтың, Нәжип Юлдашбаевтың сығыштарын көслө алҡыштар менән оҙатты.
Шүлгәнташ мәмерйәһе әлеге ваҡытта республикала туристар иң күп килгән урын булып тора. 2018 йылдан палеолит дәүере һүрәттәренең төп нөсхәһе һаҡланған алыҫ залдар ябылған, әммә өс йыл элек бында заманса музей комплекс асылған. Яңы объект туристар һанын тағы ла арттырыуға булышлыҡ иткән. Бында даими рәүештә төрлө фәнни, тарихи, милли, мәҙәни саралар ойошторола. Опэн-эйр иһә йыл һайын уҙа һәм ҙур концертты туристар ҙа, урындағы халыҡ та көтөп ала.




