Башҡортостанда яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә һәр төрлө ярҙам күрһәтелә

   Республика Башлығы Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операция ветерандарның мәшғүллеген тәьмин итеү һәм башҡа ярҙам саралары мәсьәләһен күтәрҙе. Республикала әле алғы һыҙыҡтағылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына булышлыҡ итеү буйынса 50-нән ашыу ярҙам сараһы тормошҡа ашырыла. Башҡортостан шифаханаларында 7 мең кеше һаулығын нығытҡан, шулай уҡ реабилитация, эшкә урынлаштырыу бара. Республикала  махсус хәрби операция ветерандары 2 меңдән күберәк, тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә һәр төрлө ярҙам күрһәтелә

Әле республикала мәшғүллек үҙәктәренә 565 кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 278-е эш менән тәьмин ителгән. 200-гә яҡын ветеранға мәғариф сертификаты тапшырылған.

Фото №1 - Башҡортостанда  яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә  һәр төрлө  ярҙам күрһәтелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ