Рәсәйҙә 11 миллиондан ашыу ҡулланыусы бар. Ҡушымтаның иң популяр функциялары элеккесә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн иҫәпләшеү һәм иҫәп приборҙары күрһәткестәрен тапшырыу булып ҡала. Ҡушымта аша түләүҙәрҙе СБП аша комиссияһыҙ күсерергә мөмкин. Бынан тыш, фатир хужалары мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн идара итеүсе ойошмаға коллектив ғариза бирә ала. Авторизация дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы аша башҡарыла. Күсемһеҙ милек, иҫәп приборҙары һәм иҫәп-хисап тураһында мәғлүмәттәр автоматик рәүештә асыла.




