Яуым-төшөм һөҙөмтәһендә Баймаҡ районы Әхмәр ауылы һыу аҫтында ҡалған

Башҡорт Венецияһы. Яуым-төшөм һөҙөмтәһендә Баймаҡ районы Әхмәр ауылы һыу аҫтында ҡалған. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, бындай көслө ямғыр төбәктә күҙәтелгәне булмаған. Интернетҡа һалынған видеояҙманан күренеүенсә, шәхси йорттарҙы һәм ихаталарҙы һыу баҫҡан. Әле хужалыҡтарҙағы ҡаҙ-өйрәктәр йөҙөп йөрөмәле ғәрәсәттең эҙемтәләре баһалана. Әйткәндәй, Башгидромет фаразы буйынса, республикала яуым-төшөмлө һауа торошо тағы бер нисә көн дауам итәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ