Өфөнөң Коммунар урамында йәшәүселәр бер фатирҙың эт питомнигына әйләнеүенә зарлана

Өфөнөң Коммунар урамы 69/2 йорт адресы буйынса йәшәүселәр бер фатирҙың эт питомнигына әйләнеүенә зарлана. Проблема 5-6 ай элек, өсөнсө ҡатттағы фатир һатылғандан һуң башлана. Торлаҡтың яңы хужаһы унда эттәр индерә, үҙе икенсе урында йәшәй. Ә йортта йәшәүселәр өсөн тормош мәхшәргә әйләнә. Эттәр өйөрө кешеләргә тынғылыҡ бирмәй, көн-төн өрә.

Хужабикә хайуандарҙы килеп ашатып китә, сиратлап тышҡа сығара. Әммә күрәһең, был иғтибар ғына етмәй. Фатир хужалары төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеп ҡарай, әммә Орджоникидзе районы хакимиәтенән әйтеүҙәренсә проблеманы суд аша ғына хәл итергә мөмкин. Эттәрҙе тотоусы үҙе хайуандар өсөн яңы урын эҙләүен, тик әлегә һөҙөмтә булмауын белдергән. Ә йортта йәшәүселәргә мәсьәлә хәл ителгәнсе тыныс тормош тураһында хыялланырға ғына ҡала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ