Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды. Егеттәрҙе оҙатыу тантанаһы «Өфө-арена» спорт һарай эргәһендәге майҙанда үтте.
Салауат Юлаев исемендәге батальоны Росгвардия стурктураһына инә. Яугирҙар диверсия-разведка төркөмдәрен эҙләү һәм зарарһыҙландырыу менән шөғөлләнә, улар ҡорал һаҡлағыстарҙы, йәшерен урындарҙы асыҡлау буйынса ҙур эш алып бара. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов яҡташтарыбыҙға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республика тарафынан һәр ваҡыт ярҙам күрһәтеләсәген билдәләне. Рәсәй һаҡлыҡ банкы вәкилдәре яугирҙарға бронежилеттар, рэбтар һәм бронләнгән Форд Транзит автомобилен тапшырҙы.



