Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерлек эштәре планға ярашлы бара

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерлек эштәре планға ярашлы бара. Биләмә урыны кәртәләнгән, төҙөлөш майҙансығына ауыр техника, ауыр массаны күтәрә алырлыҡ кран үтеп инерлек юл тулынса әҙер. Тиҙҙән һәйкәлде һүтеү эштәре башланасаҡ. Әлеге ваҡытта подрялсы ойошма вәкилдәре тротуар плитәләрен һүтеү менән мәшғүл.

300 тонна йөк күтәрә ала торған кран брусчаткаларҙы иҙмәһен өсөн махсус плитәләр түшәнек. Әлеге ваҡытта һәйкәл тирәләй кәртәләр тулыһынса һүтелде. Ағиҙел яғынан гидроизолязия үткәреләсәк. Һуңынан һәйкәл торған ҡалҡыулыҡ өлөшләтә киҫелеп тимер-бетон конструкция нығытыласаҡ. Һуңынан өс этапта һәйкәл һүтелеп, махсус цехҡа оҙатыла.

Ринат Мөхөтдинов, Сәнғәт академияһы фондының участка етәксеһе

Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлау идаралығы етәксеһе:»Реконструкция эштәренә борсолорға кәрәкмәй, ул профессионалдарға ышанып тапшырылған. Ҡануниәткә ярашлы, федераль әһәмиәттәге һәйкәл үҙгәрештәргә дусар ителмәйәсәк. Бөтә иғтибар юғалған пропорцияларҙы һәм элементтарҙы тергеҙеүгә йүнәлтеләсәк», - тип билдәләне.

Салауат Юлаев һәйкәленең үҙенсәлеге- федераль әһәмиәттәге архитектура ҡомартҡыһы булыуында. Ул «Өфө-4 ҡаласығы» археология ҡомартҡыһы биләмәһендә урынлашҡан. Һәйкәл торған ҡурғанда һәм уның нигеҙендә эш Рәсәй мәҙәниәт министрлығы рөхсәте менән археология белгестәре күҙәтеүендә башҡарыласаҡ.

Айнур Мөслимов, Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлау идаралығы етәксеһе урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ