Башҡортостан уҡсылары Екатеринбургта «Халыҡтар дуҫлығы кубогы» халыҡ-ара турнирында уңышлы сығыш яһаны. Был хаҡта республиканың Һыбай килеш һәм традицион уҡтан атыу федерацияһы хәбәр итә.
Ярышта туғыҙ илдән йыйылған 25 уҡсы ҡатнаша. Рәсәй, Белоруссия, Пакстан, Үзбәкстан, Көньяҡ Африка Республикаһы, Төркиә, Гвинея, Иордания һәм Йемен һыбайлылары шәхси беренселектә көс һынашты. Өфөнән Рушан Хәсәнов маршруттарҙың береһендә еңеү яуланы, Әбйәлил районынан Нуриман Хәйруллин үҙ маршрутында икенсе урынға лайыҡ булды. Шулай уҡ Рушан Хәсәнов ике маршрут йомғаҡтары буйынса абсолют зачетта пьедесталдың икенсе баҫҡысына күтәрелде. Яҡташыбыҙ Мәскәү өлкәһенән донъя чемпионы Сергей Одиноковтан ғына ҡалышты.



