Сарала Башҡортостан архивы материалдарына нигеҙләнеп төҙөлгән һәм өс меңгә яҡын исем теркәлән шәжәрә тәҡдим ителде. 300-гә яҡын кеше ҡатнашҡан байрамда республика һәм Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан йыйылған һәм ошо нәҫелгә ҡараған ғаиләләр үҙҙәре менән таныштырҙы.
Туғанлыҡ ептәрен нығытыусы байрамда 50 йыл һәм унан да күберәк бергә йәшәүсе парҙар иҫтәлекле бүләктәр менән тәбрикләнде. Балалар «Урал батыр» эпосынан өҙөк һөйләп, йырҙар башҡарҙы. Атай-олатайҙар һәм яугирҙар рухына ҡорбан салынды, аят уҡылды. Байрамға йыйылыусыларға «Ғәлиндар шәжәрәһе» журналы таратылды.




