Илһөйәрлек сараһында ҡатнашыусылар әзерләгән остаздар презентацияһы менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Уҡыу модулендә республика хөкүмәте ағзалары, ҙур предприятие етәкселәре һәм муниципаль власть органдары араһынан билдәләнгән остаздар сығыш яһаны. Улар программа уҡыуҙарында ҡатнашып , финалистар менән тәжрибә уртаҡлашты. Радий Хәбиров “Башҡортостан геройҙары” остаздарын әүҙем булырға саҡырҙы, финалистарға уңыштар һәм һөҙөмтәле эш теләне .
Бер нисә өлөштән торған уҡыу муниципаль власть органдары араһынан билдәләнгән остаздар сығыш яһаны. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов.
Илһөйәрлек проектына ике меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән, финалға бер йыллыҡ мәғариф программаһында уҡыу өсөн 70 кеше һайлап алынған. Улар араһында Рәмил Ибраһимов та бар. Проект тамамланғас ул көс структураларында эшләргә теләй.
“Башҡортостан геройҙары” программаһы еңеүселәре дәүләт һәм муниципаль власть органдарына, шулай уҡ коммерция ойошмаларына эшкә урынлаштырыла.




