Мишкә районы хакимиәтенең яңы башлығы итеп Лариса Александрова тәғәйенләнде

Бөгөн урындағы район советы депутаттары ошондай ҡарар ҡабул итте. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Үҙенең сығышында ул Мишкә районы хакимиәтенең яңы башлығына эшендә уңыштар теләне һәм Лариса Александрованың иҫәп буйынса алтынсы ҡатын-ҡыҙ муниципалитет башлығы булыуын билдәләне.

Лариса Александрова 1972 йылда Мишкә районы үҙәгендә тыуған. 1994 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Бөрөбаш урта мәктәбендә башлай. 2- се Мишкә урта мәктәбенең уҡыу бүлеге буйынса директор урынбаҫары, ЗАГС бүлеге мөдире һәм Мишкә районы хакимиәтендә төрлө вазифаларҙа эшләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ