Түләүҙәр 229 мең кешегә ҡағыла. Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылда эшләүсе пенсионерҙар өсөн страховка пенсиялары автоматик рәүештә ҡайтанан иҫәпләнәсәк. Бының өсөн эш биреүселәрҙең улар өсөн ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса страховка иғәнәләрен түләгән булыуы шарт. Ведомствола билдәләүҙәренсә, пенсияға август өҫтәмәһенең күләме пенсионерҙың эш хаҡы кимәленә бәйле: эш хаҡы юғары булған һайын, түләү ҙә күберәк арта. Максималь мөмкин булған өҫтәмә өс пенсия коэффициенты.



