Уҙған төндә Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлында үлемесле фажиғә теркәлгән

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, трассаның Архангел райоындағы участкаһында «Лада Гранта»ға идара иткән 23 йәшлек водитель юл ситенән велосипедта китеп барған 45 йәшлек кешене бәрҙергән. Водителдең Силәбе өлкәһенән булыуы билдәле. Юл ҡорбанының кейемендә яҡтылыҡты сағылдыра торған элементтары булмаған. Ул ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.

Бөгөн иртән Өфөнөң Инорс биҫтәһендә «Киа Рио» автомобиле аварияға тарыған. Видеяҙманан күренеүенсә, Фронт бригадалары урамынан китеп барған транспорт сараһы юл ситендәге бетон блокка бәрелә. Һөҙөмтәлә ул түңкәрелә. Юл фажиғәһендә бер кем дә зыян күрмәгән. Инспекторҙар тикшереүе водителдең рулгә эскән килеш ултырыуын асыҡлаған.

Кисә кис дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең иғтибарын «Хендай Крета» автомобиле йәлеп итә. Водитель туҡтатыу талаптарын һанға һуҡмай. Шул саҡта экипаж «Сосны» торлаҡ комплексында эҙәрлекләү башлай. Дүрт минуттан һуң автомобиль Тальковая урамында туҡтатыла. Руль артында водитель таныҡлығы булмаған 17 йәшлек егет булған. Ул ата-әсәһенең иномаркаһын иптәштәре менән йөрөү өсөн һорамай алғанын һөйләй. Ваҡиға урынына үҫмерҙең әсәһе саҡыртыла. Машина штраф туҡталҡаһына оҙатыла. Йәш водителгә ҡарата протокол төҙөлә. Улдарына тейешле тәрбиә бирмәгән өсөн ата-әсәне административ яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһе хәл ителә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ