Фажиғә Буй йылғаһында теркәлә. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, һыу ингәндә 2014 йылғы малай бата башлай. Шунда уҡ уҡыусы балаға ваҡиға шаһиты ярҙамға ташлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатынды һыу төбөнә китә. Малай үҙаллы йөҙөп сыға. Фажиғә һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урында теркәлгән, ике саҡрым алыҫлыҡта рәсми пляж булған. Полиция хеҙмәткәрҙәре фажиғә шарттарын асыҡлай.



