Уҡыусыларҙың йәйге каникулы дауам итә. Хәйбулла районының «Аҡсарлаҡ» һауыҡтырыу лагерына малай-ҡыҙҙарға өсөнсө ял сменаһы ойошторолдо. «Аҡсарлаҡ»та Хәйбулла районынан һәм республиканың башҡа төбәктәренән 140 ашыу бала ял итә, сәләмәтлеген яҡшырта. Һөҙөмтәле ял һәм күңелле уйындарға, ҡыҙыҡлы конкурстарға үрелеп барған смена хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
«Аҡсарлаҡ»лагеры биләмәһе нурға мансылған йәйғор-келәмде хәтерләтә. Был һүрәттәрҙе «Буяуҙар фестивале»ндә ҡатнашҡан малай-ҡыҙҙар төшөргән. Һәр кем үҙ фантазияһын, уй-хыялдарын сағыу образдарҙа сағылдырған.
«Аҡсарлаҡта»ғы ялдың һәр көнө үҙенсәлекле программаға ҡоролған.Сағыу ваҡиғалар, онотолмаҫ осрашыуҙар, яңы дуҫтар һәм асыштар балаларҙың ялын фәһемле һәм файҙалы итә.Һәр иртә зарядканан башланһа, ә кистәрен балаларҙы ҡыҙыҡлы уйындар, спорт ярыштары көтә.Оҫталыҡ дәрестәре һәм түңәрәктәрҙә лә малай-ҡыҙҙар әүҙем шөғөлләнә. «Аҡсарлаҡ» лагерындағы тормош сағыу ваҡиғалар, осрашыуҙар һәм яңы асыштарға бай. Һауыҡтырыу планында иртәнге зарядка, спорт ярыштары, киске уйындар һәм тематик саралар индерелгән.
Профиль отрядтары егеттәре һәм ҡыҙҙары иһә төрлө заданиелар үтәргә, нормативтар тапшырырға өлгөрә, бынан тыш һөнәри оҫталыҡтарын да әүҙем үҫтерә. Лагерҙа «Патриот»хәрби-патриотик сменаһы эшләй. 14 көнлөк ярыш программаһы ла интенсив Иртән-профиль буйынса заданиелар, төшкө аштан һуң-ял минуттары.Был отрядта ял итеү үҫмерҙргә көслө һәм ышаныслы булырға ярҙам итә.
«Аҡсарлаҡ» балалар лагеры-ул күңелле уйындарға үрелеп барған һаулыҡты нығытыу урыны. Балалар айырылғыһыҙ дуҫтарға әүерелә берҙәм коллективта йәшәргә һәм ял итергә өйрәнә.3 смена 6 августа тамамлана, ә тәрбиәселәр 4-се сменаға балалрҙы көтөп ҡала.
Гүзәл Борханова



