«Патриот» паркында «Башҡортостан Геройҙары» ҡатнашыусыларына иртәнге зарядка уҙғарылды

Шишмә районындағы «Патриот» паркында «Башҡортостан Геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар өсөн зарядка ойошторолдо. Уны фехтование буйынса олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина уҙғарҙы. Яугирҙарҙың һәр иртәһе спорт менән шөғөлләнеүҙән башлана.

Проектта ҡатнашыусыларға зарядка үткәреү өсөн даими рәүештә күренекле спортсылар килә. Улар иҫәбендә Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин, «Өфө-Алиса» ганбол командаһы ҡатнашыусылары, еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталова бар. Бер нисә көн элек майҙанда яугирҙарҙы республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибов та сәләмләне. Иртәнге зарядтарҙан тыш, билдәле спортсылар махсус хәрби операция ҡатнашыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Бынан алда Аделина Заһиҙуллина программала ҡатнашыусылар өсөн фехтование буйынса күнекмәләр күрһәтте.

График бик тығыҙ төҙөлгән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мөмкин тиклем күберәк белем бирергә тырышалар. Алғы һыҙыҡта беҙ икенсе тормош менән йәшәй инек, әле үҙебэбеҙҙе яңы шарттарға көйләйбеҙ. Рәсәй, республика мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итеүеҙе дауам итәсәкбеҙ.

Александр Нестеренко, «Башҡортостан Геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнашыусы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ