Ҡыйғы районы Ибрай ауылы халҡы яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктына ҡыуанып бөтә алмай. Медицина учреждениеһы заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, бында тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. Ибрай халҡының ҡыуанысын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Тулыраҡ киләһе репортажда.
Ибрай ауылындағы яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктынан кеше өҙөлмәй. Урындағы халыҡ сәләмәтлеген тикшертергә лә, медицина процедуралары үтергә лә, кәңәш һорарға ла килә. Бар уңайлыҡтары булған яҡты, иркен бинала эшләү бәхет, ти фельдшер Зәлифә Йәһүҙина.
Ибрай фельдшер-акушерлыҡ пункты 300-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерә, уларҙың күбеһе ололар. 9-сы, 10-сы тиҫтәһен ҡыуғандар байтаҡ. Хәстәрлекле фельдшер береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
Ибрайҙар фельдшерҙан уңыуына ҡыуанып бөтә алмай. Ауыл ағинәйҙәре хатта Зәлифә Йәһүҙинаға арнап таҡмаҡ та сығарған. Аҡ халатлы фәрештәебеҙ беҙҙе дарыуҙар менән генә түгел, йылы һүҙе, яҡты йөҙө менән дә дауалай, ти улар.
Зәлифә Йәһүҙина халыҡты фельдшер-акушерлыҡ-пунктында ҡабул итеүҙән тыш өйҙәренә барып та ҡарай. Эш көнө бөткән, ваҡытым юҡ тип тормай, мөрәжәғәт итеү менән килеп етә, ти ибрайҙар.
Ауылдарҙа заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылыу мөһим, әммә медицина учреждениелары халыҡҡа хеҙмәт итһен өсөн, уларҙың кадрҙар менән тәьмин ителеүе шарт. Ибрайҙар был йәһәттән уңған, ауыл кешеләренең сәләмәтлеге һағында үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы тора.
Рәмзиә Кәримова



