Өфөлә «Ғәлиә» дини урта белем биреү мәҙрәсәһе төҙөкләндерелә

Өфөлә «Ғәлиә» дини урта белем биреү мәҙрәсәһе төҙөкләндерелә. Ситтән тороп дини белем үҙләштереү, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғәрәп теленә өйрәтеү өсөн ҡаралған үҙәк элекке балалар баҡсаһы бинаһында ойошторола. Мәҙрәсә диндарҙар, битараф булмаған кешеләр ҡулы менән тәртипкә килтерелә, шуға ла мәҙрәсә етәкселәре эшсе ҡулдарға, төҙөлөш материалдарына һәм финанс ярҙамға мохтаж. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Йәсмин Нәзирова бәләкәйҙән дин юлында.19 йәшлек ҡыҙ ғәрәп каллиграфияһы менән һүрәттәр төшөрә, ислам дине тарихын өйрәнә. Йәсминдең күптәнге хыялы ҡатын-ҡыҙҙар мәҙрәсәһендә белем алып, ғәрәп телен үҙләштереп мөғәллимә булыу. Әммә әлегә баш ҡалала 9-11 класс тамамлаған ҡыҙҙар өсөн бындай мөмкинлек юҡ. Өфөлә «Ғәлиә» дини урта белем биреү мәҙрәсәһе төҙөкләндерелеүен ул түҙемһеҙләнеп көтә.

«Ғәлиә» дини урта белем биреү мәҙрәсәһе Октябрь проспектында, Дан бульвары туҡталышы эргәһендә урынлашҡан. Диндарҙар ике ҡатлы иҫке балалар баҡсаһында төҙөкләндереу эшен алып бара. Бында иҙән-түшәмдәр, стеналар, ишек-тәҙрәләр яңыртылған, электр линиялары үткәрелгән. Әммә мәҙрәсәне тулыһынса тәртипкә килтереү өсөн ярҙам кәрәк. Уны төҙөкләндереү өсөн 30 млн һум аҡса һәм битараф булмаған кешеләрҙең ярҙамы, эшсе ҡулдар талап ителә.

«Ғәлиә» дини урта белем биреү мәҙрәсәһе ул ҡатын-ҡыҙҙарҙы уҡытыу үҙәге генә түгел, ул шулай уҡ ситтән тороп дин ғилемен үҙләштереүселәр өсөн ҡаралған учреждение. Абитуриенттар, дин әһелдәре мәҙрәсәнең асылыуын түҙемһеҙләнеп көтә, шуға ла ниндәй ҙә булһа ярҙамға өмөт итә.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ