Тағы бер яҡташыбыҙ Рәсәй геройы исеменә лайыҡ булды

Росгвардия директоры Виктор Золотов 116-сы айырым тәғәйенләнештәге бригада командиры Руслан Ғарифуллинға “Алтын йондоҙ” ордены тапшырҙы. Был турала социаль селтәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә. “ Генерал-майор Руслан Ғарифуллин махсус хәрби операция барышында батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ менән хәрби бурысын үтәгәне өсөн юғары наградаға лайыҡ булды. Яугирҙәрҙең характеры өсөн 116-сы бригаданы “тимер” тип йөрөтәләр. Тап ошо подразделение составында Салауат Юлаев исемендәге ике батальон доброволецтары хеҙмәт итә. Улар төрлө хәбри бурыстарҙы үтәй, тыуған ил сиген һаҡлай. Руслан Вил улын ихлас күңелдән ҡотлайым. Республика һеҙҙең менән ғорурлана”-, тип яҙған Радий Хәбиров. 

Фото №1 - Тағы бер яҡташыбыҙ Рәсәй геройы исеменә лайыҡ булды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ