“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филалына 30 мең яугир мөрәжәғәт иткән

70 мең самаһы ғариза ҡалдырылған. Уларҙың 98 проценты хәл ителгән. “Төп йүнәлештәрҙең береһе ауыр йәрәхәт алған ир-егеттәрҙең йортонда уңайлы шарттар тыуҙырыу”, - ти филиал етәксеһе, Башҡортостан парламенты депутаты Гөлнур Ҡолһарина.

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филалына 30 мең яугир мөрәжәғәт иткән

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филалы Өфөнөң Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Шулай уҡ Совет урамында яңы бина бирелде. Әле унда ремонт бара. 2 августа “Патриот” паркында Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө уңайынан байрам ойошторола. Уның барышында фонд белгестәре халыҡ менән аралашырға ниәтләй.

Фото №1 - “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филалына 30 мең яугир мөрәжәғәт иткән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ