Ир-егеттәр алғы һыҙыҡҡа “Урал” мотоциклы ебәргән. Транспортты урындағы эшҡыуар Сергей Тимофеев биргән. Бер туған Рөстәм һәм Фәнил Ғәләүетдиновтар запас өлөштәрен һатып алған. Игорь Копысов техникаға ремонт яһаған. “Урал” мотоциклын «Лютый» ҡушаматлы яугир йөрөтә. Ул 3 йылға яҡын махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. “Транспорт яҡташыбыҙға хәрби бурыстарҙы үтәгәндә ярҙам итер тип ышанабыҙ. Уны һәм бөтә яугирҙарҙы Еңеү менән көтәбеҙ”, - тип яҙған Телеграм каналда Благовещен районы хакимиәте башлығы Анна Карабанова.




