Районға эш сәфәре барышында Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Анатолий Можаев улар янында булған. Дауаханаға 8 кеше килтерелгән, икәүһенә тиҙ арала операция яһалған. 27 июлдә Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы трассаһында Удмурт республикаһы туристары ултырған автобус юл ситенә сығып оса. 26 пассажир йәрәхәт ала.




