Радий Хәбиров Мишкә районына эш сәфәрендә махсус хәрби операцияла һәләк булған Игорь Ҡылдыбаев, Вячеслав Ҡотломәтов, Виталий Кибатуллин, Алексей Исемәтов, Илмир Мирғәлиев, Александр Доминикин һәм Илназ Хәсиповтың ғаиләләре менән осрашты.
Республика башлығы яугирҙарҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәненән һуң бирелгән Генерал Шайморатов орденындарын тапшырҙы. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Ватан һаҡсыларының ҡаһарманлығы һәм яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән республика етәкселеге барыһын да эшләйәсәк. Төбәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү саралары комплексы киң. Район кимәлендә лә яугирҙар һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтергә әҙерҙәр.



