«Башҡортостан» полкы яугирҙары махсус операцияға кире юлланды

Яуға яңы көс менән. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының бер төркөм яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.

Уларҙы оҙатырға баш ҡалаға яҡындары, республика етәкселеге лә килде. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов «Башҡортостан» полкының яуҙа күрһәткән батырлыҡтарын билдәләп яугирҙарға артабан да уңыштар теләне.

Яҡташтарыбыҙ Донбасс ерлегенә уңайлы автобустарҙа хәрби подразделение урынлашҡан ергә үк алып барып етә. Шуға ла улар алғы һыҙыҡта ҡалған яуҙаштарына гуманитар ярҙам, посылкалар ҙа ала

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ