Өфөнөң Коммунистик урамында биш ҡатлы йорттоң өлөшләтә стенаһы ишелеп төшкән. Ятаҡ Кооператив техникумы балансында торған. Бинаның емерелеү мәле күҙәтеү камераһына ла эләккән.
Бина былтырҙан алып файҙаланылмаған, уны емереү буйынса эш алып барылған, газ биреү һүндерелгән булған. Ғәҙәттән тыш хәл урынына шунда уҡ Өфөнөң бөтә ашығыс хеҙмәттәре килә. Емереклектәр аҫтында кешеләр бармы-юҡмы икәнен ишетер өсөн бер минут тынлыҡ иғлан итәләр.
Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр теркәлмәгән. Билдәле булыуынса, бина мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә. Стеналар емерелгән урындан 270 кубометрҙан ашыу төҙөлөш конструкциялары сығарылған.
Бөтәһе 24 кеше, 11 берәмек техника йәлеп ителгән. Бөгөн дә Коммунистик урамының Крупскаянан Ленин урамына тиклемге өлөшө ябылған. Осраҡ буйынса Тәфтиш комитеты һәм прокуратура тикшереү башлаған.



