Ҡыҫҡа йәй эсендә селтәрҙәрҙе, ҡаҙанлыҡтарҙы һәм үҙәк йылылыҡ пункттарын ҡышҡа әҙерләргә кәрәк. «Өфө инженер селтәрҙәре» муниципаль унитар предприятиеһы баш ҡаланың йылылыҡ селтәрҙәрендә йәйге ремонт кампанияһын дауам итә: әлеге ваҡытта Өфөнөң Киров, Дим , Ленин һәм Совет райондарында эш бара.
Капиталь ремонт алып барылған участкаларҙың береһе Ухтомский урамында урынлашҡан. Гидравлик һынау һәм эксплуатация ваҡытында йылылыҡ магистраленең зыян күреүе теркәлгән. Ремонт ваҡытында яҡындағы йорттарҙа йәшәүселәрҙе эҫе һыу менән тәьмин итеү туҡтатылған. Торбалар монтажланғандан һуң төҙөкләндереү эштәре тергеҙелеп, юл асыла.



