Республикала «Урал батыр юлы» тип исемләнгән яңы парк барлыҡҡа киләсәк. Учалы ҡалаһында Өфөнөң «Содействие» компанияһы менән 145 миллион һумға йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән контракт нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Проект 2024 йылда уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыға. Эш федераль, төбәк һәм муниципаль бюджеттан финанслана.
Учалы паркында яңы сәхнә, павильондар, «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосында һүрәтләнгән образдар һәм персонаждарына оҡшатып эшләнгән арт-объекттар ҡороу планлаштырыла. Шулай уҡ йәмәғәт киңлегендә йәйәүлеләр өсөн юлдар ҙа яңырасаҡ, спорт, балалар майҙансыҡтары, роллерҙар һәм скейтбордистар өсөн памп-трек, пинг-понг өсөн махсус өҫтәлдәр ҡуйыу күҙаллана. Яңы паркты төҙөкләндереү эштәре октябрь аҙағында тамамланыр тип көтөлә.



