Өфөнән Рәшит Ғәзизов ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың портретын төшөрә

Батырлыҡ символы менән һәүәҫкәр рәссамдың ижади осрашыуы. Өфөнән Рәшит Ғәзизов ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың портретын төшөрә. Һүрәттә легендар шәхестең батырлығы, рух ныҡлығы һәм ғәҙеллеккә ынтылышы сағылыш таба.

Билдәле булыуынса, яңыраҡ Муса Ғайса улының тыуыуына 103 йыл тулды. Ошо уңайҙан геройҙың яҡташтары хәрби осоусының портретына заказ биргән. Талантлы рәссам уны 20 көн эсендә төшөргән. Яҡын киләсәктә ижад емеше Илеш районындағы Муса Гәрәев музейына ҡуйыласаҡ. Батырҙарҙың ҡаһарманлығы - быуындан-быуынға күсә килгән мираҫ. Шуға ла ҡылҡәләм оҫтаһы данлы летчиктың был портреты музейға килеүселәр күңелендә илһөйәрлек хисе уятыр тигән ышаныс белдерә.

Рәшит Ғәзизовтың таланты хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына асыла. Бар ғүмерен тренерлыҡ эшмәкәрлегенә арнаған Рәшит Хаҡҡул улы 70 йәшендә һынлы сәнғәт менән даими шөғөлләнә башлай. Бөгөн ул 5 тиҫтәнән ашыу картина авторы. Быйыл Рәшит Ғәзизов Өфөлә үҙенең тәүге шәхси күргәҙмәһен ойошторҙо.

Бер нисә айҙан ул башҡала халҡына яңы картиналарын тәҡдим итергә йыйына. Башҡортостандың хозур тәбиғәте менән бер рәттән, ул портреттарға айырым урын бүлергә йыйына.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ