«Маяҡ» лагеры балаларҙы «Рәсәй бөркөтө» сменаһына йыйҙы

Был программа үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙе, илебеҙҙең күп милләтле халҡының традицияларын өйрәнеүҙе, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәребеҙгә һөйөү уятыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Лагерь Ҡыйғы районында, хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Өсөнсө сменала республиканың төрлө төбәктәренән 150-нән ашыу бала ял итәсәк. Лагерҙа уҡыусылар менән тәжрибәле вожатыйҙар эшләй. Күңелле һәм файҙалы ял тураһында беҙҙең киләһе репортаж.

Илһөйәрлек рухы тәрбиәләгән патриотик йырҙар, дуҫлыҡ, берҙәмлек ҡәҙерен белергә өйрәткән уйындар, фекерләү ҡеүәһен үҫтергән конкурстар. Маяҡ лагерындағы «Рәсәй бөркөтө» сменаһы тыуған илебеҙҙең ысын патриоттарын, бар яҡлап та камил шәхес тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Вожатыйҙар әйтеүенсә, Ҡыйғы районында урынлашҡан тарихи лагерь бөгөн яңы һулыш кисерә.

Лагерҙа балаларҙың бер минут та буш ваҡыты юҡ, улар яңы шөғөлдәр үҙләштерә, дуҫтар таба, спорт менән шөғөлләнә, мәҙәни программалар әҙерләй. Ҡыҙҙар берләшеп «Ете ҡыҙ бейеүен өйрәнә башлаған.

Лагерға балалар республиканың төрлө төбәктәреннә килә. Өсөнсө сменала бөтәһе 150 уҡыусы ял итә. Улар араһында был лагерға дүртенсе, бишенсе тапҡыр килгәндәр ҙә бар.

Ял-һауыҡтырыу лагеры етәкселеге әйтеүенсә, элек «Маяҡ» 110 урынға иҫәпләнгән, заманса конструкциялар ярҙамында яңы корпус төҙөлгәндән һуң урындар 49-ға артҡан. Бында заманса, уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ә иң мөһиме лагерҙа балаларҙы, үҙ эшен яратҡан вожатыйҙар эшләй. Шуға күрә лә уҡыусылар бында килергә ынтылып тора. Улар йәйге лагерҙар яңы уҡыу йылына көс-ҡеүәт алып таралыша.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ