Республикала медицина пункттары арта

Баҡалы районында өс фельдшер-акушер пункты асылды. Улар “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектына ярашлы төҙөлгән. Модулле биналар Иҫке Кәстәй, Киләй һәм Килкабыҙ ауылдарында урынлашҡан. Учреждениелар заманса ҡорамал менән йыһазландырылған. Республикала һуңғы 5 йылда 700 медицина пункты яңыртылған. Быйыл 6 яңы поликлиника һәм 100-ҙән ашыу модулле учреждение асыу ҡарала.

Фото №1 - Республикала медицина пункттары арта
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ