«Инвестиция сәғәте»ндә сәнәғәттә һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар ҡаралды

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте»н үткәрҙе. Ултырышта сәнәғәттә һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар ҡаралды. «Башмаркет» компанияһы етәксеһе Лилиә Ғәскәрова Әбйәлил районы үҙәгендә күп функциялы сауҙа-сервис комплексын төҙөү пландары хаҡында һөйләне.

Инвестор ике ҡатлы бина төҙөргә планлаштыра. Беренсеһендә кафе һәм сауҙа майҙандары, ә икенсеһендә төҙөлөш материалдары магазины урынлашасаҡ. Инвестициялар күләме 30 миллион һум тәшкил итәсәк, йәмғеһе 27 эш урыны булдырыу планлаштырыла. Башҡортостандың инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статус бирҙе. Әбйәлил районы хакимиәте лә ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтәсәк. Артабан ултырышта ҡатнашыусылар эшҡыуарҙар менән үҙ-ара эш итеүгә етәкселек иткән муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙарының эш йомғаҡтарын ҡараны. Йүнселдәрҙең 82 проценты бизнес-шерифтарҙың эшмәкәрлеген ыңғай баһалай. Улар төбәктең инвестиция портфелен формалаштырыуға ҙур өлөш индерә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ