Башлаған да ташлаған. Өфөлә йәшәүсе ҡыҙ интернет аша төҙөүсе яллап алданған. Алина ипотекаға фатир һатып алып ремонт эшләтергә була. Оҫтаны ул интернет -сервистан таба. Эш өсөн тейешле күләмде лә тулыһынса тапшырып ҡуя. Шул көндән алып уның күңел тыныслығы ла, ремонт та юҡ. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Шуның менән вәссәләм. Ә бит 560 мең һумға хужалар тулыһынса әҙер фатирҙы алырға ниәтләнгән. Килешеү ҙә төҙөлгән, тәүге этап эштәргә аҡса ла күсерелгән. Ремонт яҡшы ғына башланған кеүек тойола һәм оҫта бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмай. Тиҙ арала яңы фатирға күсеү теләге менән янған хужалар оҙаҡ уйлап тормай артабанғы эштәргә аҡса түләй, ләкин был юлы һөҙөмтә булмай сыға.
Ялланған төҙөүсе ремонтты тамамларға хәленән килмәгәс килешеүҙе ғәмәлдән сығарырға ла тәҡдим итә. Әммә башҡарылмаған эшкә тотонған аҡсаларҙы ҡайтарырға ашыҡмай. Алина юристарға мөрәжәғәт итә. Сөнки шәхсән һөйләшергә нервылар ҡаҡшаны, ти ул. Ни тиһәң дә ремонт майҙа тамамланырға тейеш булған.
Адвокат эшсе алған аҡсаларҙың бер өлөшөн ҡайтарыуға өлгәшә. Алина әйтеүенсә, уның тағы ла йөҙ меңдән ашыу бурысы ҡала. Беҙҙең менән телефон аша аралашҡанда Константин башҡарылмаған эштәре өсөн аҡсаларҙы бөгөн үк тулыһынса ҡайтарасағын вәғәҙәләне.
Һуңғы килешеү тормошҡа ашҡанмы әллә юҡмы, билдәһеҙ. Һәр хәлдә фатир хужалары ҡабаттан мөрәжәғәт итмәне. Кире осраҡта сюжеттың икенсе серияһын көтөргә генә ҡала.



