«Хәрби кәйеф менән еңеүгә!». Өфөлә яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Ватан һаҡсыларын оҙатырға ҡатындары, балалары һәм яҡындары килде. Хеҙмәт урынына уларҙы уңайлы автобустар алып барасаҡ. Өс йыл хеҙмәт итеү осоронда 5 мең рейс башҡарылған һәм 7 мең яугир транспорт менән файҙаланған. Республика хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә даими ярҙам итә. Тантанала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты. Ул хәрбиҙәрҙең еңеү менән, иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләне.



