Ватан һаҡсылары өйҙә әҙерләнгән ризыҡтарҙы бик ярата. Сөнки унда яҡын кешеләрҙең күңел йылыһы һалына. Шуға ла Баймаҡ районында йәшәүссе ҡатын-ҡыҙҙар хәрбиҙәр өсөн төрлө аш-һыу даими әҙерләй. Былау бешереү хаҡында киләһе репортаж.
Баймаҡ районының төрлө ауылдарынан уңған ҡатын-ҡыҙҙар махсус хәрби операция биләмәһендә йөрөгән егеттәргә былау эшләп оҙатыуҙы дауам итә. Егеттәрҙе өй ризығы менән һыйлау өсөн улар тағы ла бергә йыйылды.
Махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарына Ярҙам итеү Үҙәгендә ирекмәндәр былау порцияларын булдыра һәм бер үк ваҡытта был ярымфабрикатты әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә.
Уңған хужабикәләр өй ризығы - былауҙы вакуум пакеттарға һалып әҙерләй. Һуңынан улар ҡумталарға тултыра. Әҙерләнгән өй ризыҡтары яҡын арала фронтҡа оҙатыласаҡ. Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә пакеттарҙы асып, йылытырға ғына ҡала.
Хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү үҙәге яугирҙәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырған Ирекмәндәр егеттәрҙең аныҡ заявкаларын үтәү буйынса маҡсатлы эш алып бара. Был үҙәктә шулай уҡ бушлай юридик һәм психологик ярҙам да күрһәтелә. Махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтарылған музей экспонаттары менән дә танышырға мөмкин.



