Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 145 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисә үтте

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Башҡортостандың беренсе халыҡ шағирының тыуыуына 145 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисә үтте. Сара мәҙәниәт фонды тарафынан ойошторолдо. Бындай саралар әҙәби мираҫты һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур этәргес бирә. Сара сиктәрендә авторҙың ижади юлы тураһында һирәк материалдар менән күргәҙмә асылды. «Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ-2025» халыҡ - ара әҙәби-нәфис конкурсына айырым иғтибар бүленде, иң яҡшы ҡатнашыусылар бүләкләнде. Республиканан һәм башҡа төбәктәрҙән уҡыусылар, яҙыусылар һәм ғклимдар Ғафури мираҫына үҙ ҡарашын белдерҙе.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ