Йәш педагогтар ауылға ҡайта. Республика программалары сиктәрендә ауылға эшкә урынлашҡан белгестәр һөнәрен камиллаштырып ҡына ҡалмай, йорт төҙөү өсөн миллион һумлыҡ финанс ярҙам ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы алтынсы йыл эшләй. Уға ярашлы, ауыл-ҡасабаларға һәм 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға күсеп килгән уҡытыусыларға бер тапҡыр бирелә торған компенсация ҡаралған. Программала ҡатнашыуҙың үҙ шарттары бар. Белгес район учреждениеһында кәмендә биш йыл эшләргә тейеш. Программала 50 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала.
Шулай ҙа, квалификациялы педагогик кадрҙар етешмәү көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Ауыл мәктәптәрендә математика, физика, рус теле, әҙәбиәт һәм сит телдәр уҡытыусылары талап ителә. Башланғыс класс уҡытыусыларына ла шулай уҡ ҡытлыҡ күҙәтелә.



