Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв Нефтекаманан Алексей Савельевты уҡыта. Хәрби “Башҡортостан геройҙары” проектында ҡатнаша. Депутат, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ла тәжрибәһе менән уртаҡлашырға әҙер. Ул махсус хәрби опеарция ветераны Зинера Слабожанконың остазы.
Зинера Слабожанко армияла 20 йылдан ашыу хәрби фельдшер була. Махсус хәрби операция башланыу менән госпиталдә эшләй. “Башҡортостан геройҙары” проекты быйыл февралдә старт алды. Ул республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды.




