Дәртле көйҙәр урынына гимн, ә дискотеканы вальс һәм парадта үтеү алмаштыра. Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты 51-се тапҡыр лейтенанттар сығарҙы. Уҡыу йортонда диплом тапшырыу тантанаһы үтте. Баш ҡаланың Совет майҙанында, Шайморатов һәйкәле янында уҙғарылған байрамда республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Тулыраҡ Айнур Кәбиров репортажында.
Башҡа уҡыу йорттарынан айырмалы бер ниндәй күңел асыу ҙа юҡ, концерт та, артистар сығышы ла. Ләкин шул тиклем сағыу, тантаналы һәм тулҡынландырғыс.
Майҙанға килгән һәр кем был күренешкә ҡарап ғорурлыҡ һәм илһөйәрлек тойғолары кисерә. Кисәге курсант, ә бөгөнгө лейтенаттарҙың үҙҙәре өсөн тантана бигерәк тә хисле.
Улар биш йыл буйы институт стеналарында һынау тотҡан, ә хәҙер йәш белгестәрҙе һөнәр үҙе һынаясаҡ.
Республика етәксеһе уғыуҙа айырыуса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән курсанттарға диплом тапшырҙы. Радий Хәбиров лейтенаттарҙың бер ҡаршылыҡ алдында ла юғалып ҡалмауын һәм погондарҙа йондоҙҙарҙың тағы ла күберәк емелдәүенә ышаныс белдерҙе.
Һәр аҙым үлсәнгән һәм етдилек менән яһала. Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыу, майҙанға сығып уҡытыусылар ҡулынан диплом алыу ҙа юғары теүәллек өлгөһө. Уҡыу йортонда һеңгән тәрбиә карьера баҫҡысында ла, тормошта ла маршта атлаған кеүек үк кәрәк буласаҡ, ти буласаҡ полиция хеҙмәткәрҙәре. Һәр хәлдә күккә сөйөлгән тәңкәләр был ниәттәрҙе тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк, тип ышана улар.
Погондар аҫтына купюралар йәшереү ҙә тағы бер үҙенсәлекле йола. Лейтенанттар аҡсаларҙы үҙҙәренең кесе коллегаларына ҡалдырып китә.
Әйткәндәй, етди һөнәр эйәләре булһа ла улар ҙа концерт күрһәтә, йырлай һәм яҡшы бейей ҙә. Форма кейгән егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың вальс әйләнеүе үҙе бер һоҡланғыс күренеш.
Формала, сафтарҙа торһалар ҙа бөгөн уларға күңел асырға рөхсәт ителә. Кемдер ҡыуаныстан бейей, нескә күңелле ҡыҙҙар иһә күҙ йәштәрен тыя алмай. Хәйер , уҡыу йортонда бер парта артында ултырып артабанғы яҙмышын да бергә бәйләргә теләгән йәштәрҙең тәҡдим яһау күренеше береһен дә битараф ҡалдырмағандыр.
Иртәгә уларҙың барыһы ла ил, йәмғиәт хәүефһеҙлеге һәм хоҡуҡ һағына баҫа. Күңелле саҡты ҡырыҫ эш көндәре алмаштырасаҡ. Полиция сафтарын быйыл 170 яңы хеҙмәткәр тулыландырасаҡ.
Айнур Кәбиров



