Республика клиник онкология диспансерында йола буйынса ике көнгә иҫәпләнгән фәнни-практик конференция старт алды. Был юлы уның темаһы итеп «Яман шештәрҙе дауалау тактикаһын камиллаштырыу» һайланған. Сара барышында Рәсәйҙең алдынғы онкологтарының оҫталыҡ дәрестәре үтте. Операцияларҙың береһен БЮТ хәбәрсеһе Әфлинә Килдейәрова күрҙе.
Операция өҫтәлендә ятҡан 71 йәшлек ир тамаҡ яман шеше менән яфалана. Табиптар әйтеүенсә, быға оҙаҡ йылдар тәмәке тартыу сәбәпсе булған. Диагноз икенсе стадияла асыҡлана. Иргә ҡатмарлы операция Өфөләге Республика клиник онкология диспансерында үткән фәнни-практик конференция сиктәрендә яһалды.
Медицинала тәжрибә уртаҡлашыу үтә лә мөһим, ти табиптар. Ул фәнни яҡтан да, практик күнекмәләр күрһәтеү йәһәтенән дә кәрәк.
Республика клиник онкология диспансеры фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусыларҙы беренсе йыл ғына ҡабул итмәй. Был осраҡлы түгел. Башҡортостан белгестәренең тәжрибәһе Рәсәй кимәлендә күптән танылған, ә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуы иң ҡатмарлы операцияларҙы ла уңышлы үткәрергә мөмкинлек бирә. Өҫтәүенә төбәктә иртә стадияла асыҡланған яман шеш ауырыуҙары һаны арта, был дауалауҙың һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкинлек бирә.
Быға тиклем республика онкология диспансеры белгестәре 7 мең ярамдан ашыу операция үткәрһә, былтыр был һан - 12 мең ярымға тиклем барып еткән. Хирургик интервенциялар артыуы, пациенттарҙың ауырыуҙары иртә стадияла асыҡлана тигәнде аңлата. Конференция сиктәрендә 14 пациентҡа операция яһалды.
Республикала күрелгән саралар арҡаһында онкология сирҙәренән үлем кимәле кәмей. Иң мөһиме, табиптар төрлө тикшеренеүҙәрҙе ваҡытында үтергә кәңәш итә. Ауырыуҙары иртә стадияла асыҡланған пациенттар артабан тулы ҡеүәттә йәшәүен дауам итә ала.
Әлфинә Килдейәрова



